Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы сентябрь айында үтәсәк һайлауҙың тәүге мөһим этабы тамамланды, тип белдерҙе. Кандидаттарҙы күрһәтеү, уларҙың исемлеге ошо көндәрҙә әҙер булды. Бөтәһе 63 кандидат күрһәтелгән, шуларҙың 11-е үҙ аллы, ҡалған 52 кандидатты 11 сәйәси партия тәҡдим иткән. Дәүләт Думаһына Башҡортостандан 7 кандидат теркәү үткән.
Һайлау-2016
Тулыраҡ: Һайлау-2016