Башҡаланың Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссариатынан да сираттағы төркөм хәрби әҙерлек урынына юлланды. Хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дауам итә. Улар төрлө. Йәше, һөнәре, социаль статусы, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса. Әммә егеттәрҙең барыһын да бер һыҙат берләштерә. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы, ҡыйыулыҡ һәм үҙ иленә ҡарата һөйөү тойғоһо. Башҡаланың Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссариатынан сираттағы төркөм хәрби әҙерлек урынына юлланды. Ысынлап та, граждандарҙың 10 проценттан ашыуы йыйылыу урынына үҙ теләге менән килгән. Салауат Хәкимов Луганск халыҡ республикаһының Петровск ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпте төҙөкләндереүҙә ҡатнашып ҡайтҡан. Хәҙер инде ул үҙ теләге менән хәрби комиссариатҡа килгән. Мобилизацияланғандарҙы оҙатыу тантанаһында Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Ленин һәм Киров райондары етәкселәре, дини конфессия вәкилдәре ҡатнашты. Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов ир-егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатып, республика уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап та ярҙам күрһәтәсәк, тип белдерҙе. Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәр үҙҙәре менән, тәү сиратта, һауа торошона ярашлы кейем, алмаш әйберҙәр, көндәлек кәрәк-яраҡтар алған. Хәрби хеҙмәт урындарына оҙатылған егеттәргә юлға ризыҡ әҙерләнеп ебәрелә. Башлыса, республикала етештерелгән аҙыҡ–түлек. Лилиә Фәритовна, нимәләр әҙерләп ебәрәһегеҙ...Ярҙамды Ленин районының “Мөнирә” мәсете ағинәйҙәре лә әҙерләгән. Был юлы улар ир-егеттәргә йылы кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙата. Күңел етһә, ярҙамға аҡсаһы ла етә, тигән фекерҙә улар. Ошо көндәрҙә өлөшләтә мобилизацияға саҡырыусыларҙы Ғафури һәм Ауырғазы райондары халҡы ла оҙатты. Хәрби хеҙмәт урындарында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә егеттәрҙең хәрби әҙерлек кимәлен күтәреү маҡсаты тора.
Еңеү менән ҡайтығыҙ
Еңеү менән ҡайтығыҙ