Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби хәл индерелде. Рәсәй президенты ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.Эштәрҙе көйләү өсөн төбәк башлыҡтары яңы вәкәләттәр аласаҡ. Владимир Путин шулай уҡ мобилизацияға эләгеүселәргә һәм уларҙың ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам итергә ҡушты.Рәсәй Президентының Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби хәл индереү тураһында ғы белдереүенә ҡарата Республика башлығы Радий Хәбиров үҙ фекерен белдерҙе.
4 төбәктә хәрби хәл индерелде
4 төбәктә хәрби хәл индерелде