Әҙерлектең база кимәле нимә аңлата?

Әҙерлектең база кимәле нимә аңлата?

Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән айырмалы Башҡортостанда һәм тағы ла күп кенә төбәктәрҙә әҙерлектең база кимәле индерелә. Был хәрби объекттарҙы, заводтарҙы, транспортты һаҡлау көсәйтелә тигән һүҙ. Бынан тыш, өлөшләтә мобилизация ваҡытында килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тейешле документтар тәртипкә килтереләсәк. Әҙерлектең база кимәле комендант сәғәте индереүҙе, армия ихтыяждары өсөн милекте тартып алыуҙы һәм башҡа сикләүҙәрҙе күҙ уңында тотмай.