Был юлы Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондарынан, район-ҡалаларҙан ир-егеттәр оҙатылды. Запастағы хәрбиҙәрҙе беҙҙең ижади төркөм дә оҙатып ҡалды.Утты-һыуҙы үткән Азат Шәфиев ике бала атаһы. Ваҡытында ул разведкала хеҙмәт иткән. Тыныс тормошта нефтсе булып эшләгән ир Ватан саҡырғас махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булған. 23 йәшлек Руслан Зәйнуллин Себер тарафтарында, һуңғы арала Өфөлә төрлө урында эшләгән. Егет фекеренсә, ирмен тигән һәр кеше илен, ғаиләһен һаҡларҡа-яҡларға тейеш.Был юлы Орджоникидзе һәм Калинин райондарынан махсус хәрби операцияға юлланыусыларҙы оҙатҡандарҙы хәрби комиссариат биләмәһенә индерҙеләр. Улар оҙаҡ ҡына яҡындары менән аралашты.43 йәшлек Евгений Румакты ғаиләһе һәм яҡындары оҙата. Ваҡытында ул Һарытауҙа ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ябай тормошта бер юлы өс урында эшләгән — мәктәптә балаларға хоккей һәм футбол серҙәрен өйрәткән, балалар ижады үҙәгендә уҡытҡан. Ирҙе шәхси һаҡ вәкилдәре лә хөрмәт итә. Марс Имаевты ҡустыһы ғына оҙата. Сөнки икеһенең дә ата-әсәһе юҡ. Бер туғандар был тормошта тик бер-береһенә генә таянырға өйрәнгән.Баш ҡаланың Орджоникидзе һәм Калинин райондарынан 40-лап кеше махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға әҙерләнеү урындарына юл тотто. Улар быға тиклем Өфөнән ебәрелгән тағы бер төркөм менән Пенза ҡалаһында хәрби белемдәрен камиллаштырасаҡ.Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан да ир-егеттәрҙең бер төркөмө махсус хәрби операция алдынан әҙерлек үтер өсөн хәрби частҡа юлланды. Әйткәндәй, бында хәрби ветерандар ойошмалары әүҙем эшләй һәм илһөйәрлек темаһына етди иғтибар бүленә.Дүртөйлөлә Ватанына тоғро, ауыр саҡта илен ташламаған уҙамандар йәшәй. Райондан тиҫтәләгән ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдергән.Хәрби частарҙә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылғандарҙы кейем менән тәьмин итәләр. Туҡланыу ҙа була, тип белдерәләр Оборона министрлығынан. Бынан тыш, Башҡортостан етәкселеге даими уларҙың хәлен белешеп тора һәм кәрәкле әйберҙәр менән ылауҙар оҙатыла.
Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация дауам итә.
Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация дауам итә.