Йәш шайморатовсыларҙың һаны арта

Йәш шайморатовсыларҙың һаны арта

Быйыл легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөткән кластарҙың һаны 79-ға етте. Илебеҙҙең буласаҡ патриоттары нисек тәрбиәләнә? Был хаҡта хәбәрсәбеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева репортажында.Марш менән атларға өйрәнеүҙән башлана шайморатовсыларҙың һәр иртәһе. Милләтенә, теленә ҡарамай, ошо кластағы уҡыусылар үҙҙәренең гимны — “Шайморатов генерал” йырын башҡортса һәм русса башҡара. Шулай уҡ, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын да яттан белеү зарур. Дәрестәр ҙә үҙенсәлекле хәрби сәмәләүҙән башлана. Ә уҡытыусы урынына – куратор. Ғәҙәттә, ул хәрби-спорт әҙерлеге булған, хеҙмәт иткән кеше.Ысынлап та, махсуслаштырылған класта дәрестән тыш эшмәкәрлек иҫәбенә спорт, башланғыс хәрби әҙерлек нигеҙҙәре буйынса өҫтәмә һәм факультатив түңәрәктәр ойошторолған. Әле 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияның шайморатовсылары Калашников автоматының төҙөлөшөн, уны һүтеп-йыйырға өйрәнә. Малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа ҡорал менән ҡыҙыҡһынып эш итә.Әлбиттә, уҡыусыларҙың һәр ҡайһыһы үҙ теләге менән шайморатовсыларҙың рәтенә баҫа. Шулай ҙа, киләһе йылдан гимназия етәкселеге генерал исемен йөрөткән класҡа тик малайҙарҙы ғына ҡабул итәсәктәре тураһында ҡарар ҡабул иткән. Мәргәнлектә лә шайморатовсыларға етеүсе юҡ. Малайҙарҙың яратҡан шөғөлдәренең береһе – ул хәрби ҡоралдар менән эш итеү күнекмәләре. Бынан тыш, махсуслаштырылған класта математикаға, тарихҡа һәм физикаға айырым иғтибар йүнәлтелә. Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын да өйрәнәләр.Әйткәндәй, был уҡыу йортонда 2020 йылда уҡ республикала тәүгеләрҙән булып генерал исемен йөрөткән кластар булдырылған.Әле гимназияла 4 шайморатовсылар класы бар. Уларҙың хатта кабинеты ла ябай түгел, ә штаб формаһында ойошторолған. Бында Миңлеғәле Шайморатовтың, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы батырҙарының портреттары, дивизияның хәрби юлы, байрағы һәм легендар комдив, генерал-майорҙың наградалары, үлгәндән һуң тапшырылған Рәсәй геройы йондоҙоноң күсермәһе менән дә танышырға мөмкин.Милли батырыбыҙ өлгөһөндә, уның исемен ғорур йөрөтөү хоҡуғын быйыл тағы ла 79- класс алды. Республика көнөндә башҡалабыҙҙың Совет майҙанында бөтә Башҡортостандан биш йөҙләгән бала шайморатовсы исемен аҡларға ант бирҙе.Шайморатовсылар рәтенә бағышлау тантанаһы 11 октябрҙә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында йола буйынса йыл һайын уҙғарыласаҡ. Йәш шайморатовсыларҙың бар яҡлап та өлгөрөүҙәренә, тиҫтерҙәренә үрнәк булырҙарына шик юҡ. Улар өсөн генә тәғәйенләнгән махсус дәрестәр уҡыусыларҙың физик һәм рухи көсөн, илһөйәрлек тойғоһон нығытыр, тигән ышаныс ҙур.