Яңы Балапан ауылында йәшәүсе Һөйөндөковтар ғаиләһе аттарҙың юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр иткән. Был хәл көтөүсе ял иткән ваҡытта булған. Фермерҙар бурҙарҙың эҙенә төшкән, әммә ҡыуып тота алмаған. Башҡортостанда мал юғалыуы тураһында хәбәрҙәр йыш булып тора. Мәҫәлән, быйыл май айында ошондай енәйәт менән шөғөлләнгән ғаилә хөкөм ителде. Улар уҙған йылда ҡарауһыҙ йөрөгән ун һыйырҙы салып, итен алып киткән.
Әбйәлилдә ҡараҡтар 28 баш йылҡыны урлаған
Тулыраҡ: Әбйәлилдә ҡараҡтар 28 баш йылҡыны урлаған