Һалдат күленең һыуын алмаштырыу – төп маҡсаттарҙың береһе. Якутов исемендәге парктың иҫтәлекле урынының береһе — Һалдат күле. Ул йәштәрҙең дә, ололарҙың да яратҡан ял урыны. Ангелина һәм Борис Беляевтар күл эргәһенә көндә килә. Бында ыңғай энергия туплап, ял итеп ҡайтабыҙ, тик парктың бер аҙ борсола башлауы ғына күңелде бошора, ти улар. Ял итергә килеүселәрҙе, Өфө ҡунаҡтарын парк тағы ла күркәмерәк итеп ҡаршылаһын өсөн, ремонт эштәре башланған да инде. Эште төҙөүселәр Һалдат күленән башлаған. Ремонт эштәрен төҙөүселәр өс йыл эшендә башҡарып сығырға ниәтләй. Тимәк киләсәктә Өфөнөң иң боронғо урындарының береһе тағы ла күркәмләнәсәк.
Баш ҡаланың Яҡутов исемендәге паркында ремонт эштәре башланды
Тулыраҡ: Баш ҡаланың Яҡутов исемендәге паркында ремонт эштәре башланды