Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты "Ислам дәүләте" террор ойошмаһы минең илемә ҡаршы һуғыш иғлан итте, тип белдерҙе. Франсуа Олланд әйтеүенсә, террорсылар менән һуғышта барлыҡ ысулдарҙы ла ҡулланырға кәрәк. Сент-Этьен-дю-Рувр ҡалаһында аманатҡа алыуҙы һәм руханиҙы үлтереүҙе ул әшәке теракт тип баһаланы.
Шоколадлы олигархтың рейтингтары түбән тәгәрәй. Социологик тикшереүҙәр Украина президентының мин-минлеген ҡаҡшата. "Социаль мониторинг" үҙәге белгестәре Порошенкоға халыҡтың 70 проценты ышанмаусанлыҡ белдереүен асыҡлаған. Киләһе һайлауҙа уның өсөн ни бары халыҡтың 19 проценты ғына тауышын бирергә әҙер.
Бразилияла Олимпия уты эстафетаһы дауам итә. Берәүҙәр уны алҡышлап ҡаршы алһа, икенселәр- иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтергә тырышып ҡаршылыҡ акциялары ойоштора. Сан-Паулу ҡалаһында сираттағы тапҡыр факел менән йүгереүсе спортсыға һөжүм иткәндәр. Рио-де-жанейроға ул 4 августа килеп етергә тейеш. Ул арала Олимпия ауылы үҙ ишектәрен асты. Бында 10 меңдән ашыу атлет урынлашасаҡ. Тик бындағы шарттар барыһына ла оҡшап етмәй. Австралияның Олимпия комитеты вәкиле, бүлмәләрҙәге торбаларҙан һыу ағыуы, бәҙрәфтәр эшләмәүе тураһында белдергән.
Ҡояш батареяларында эшләүсе самолет ер тирәләй 16 айлыҡ сәйәхәтен тамамланы. Солар импульс 40 меү саҡырым үтеп Абу-даби ҡалаһында ергә ултырған. Уңышлы тәжрибә киләсәктә киң ҡулланыу табыр, тип ышана пилоттар. Аппаратта 17 мең 248 ҡоя батареялары ҡуйылған. Улар 4 электромоторҙы хәрәкәткә килтерә. Самолеттыү тиҙлеге сәғәтенә 140 километрҙан ашмай.