Республикала яңы быуын мотоциклын уйлап сығарғандар. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары эшләгән ике тәгәрмәсле тимер ат донъяла иң яҡшыларҙан танылған. Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранты Вадим Шәйәхмәтов яңы быуын мотоциклы менән таныштыра. Бензинһыҙ, электр көсө ярҙамында сәғәтенә 70 километрға тиклем тиҙлек менән йөрөгән техниканы йәштәр тулыһынса үҙҙәре уйлап сығарған һәм йыйған. Әлбиттә, тыштан ҡарағанда ул ябай күренһә лә, эске төҙөлөшө бик ҡатмарлы. Проекттың һыҙымын эшләүгә иң күп ваҡыт китә, ти егеттәр. Барлыҡ параметрҙарын да бер хатаһыҙ дөрөҫ итеп эскизын һыҙғанда, мотоциклдың үҙен бер аҙна эсендә лә йыйып алырға мөмкин. Ысынлап та, мотоцикл хатта һыуға ла бирешмәй.Ә был кадрҙар Барселонала үткән Смартмото Чэллендж халыҡ-ара ярыштарынан. Тап ошо проект менән Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары еңел мотоциклдар турнирында ҡатнашып, 600-ҙән ашыу команда араһында дүрт еңеү менән ҡайтты. Конкурс шарттары буйынса, электромотоцикл полиция хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән. Электр мотоциклының тағы ла бер ыңғай яғы – ул йөрөгәндә бер ниндәй ҙә тауыш сығармай һәм төрлө ҡатмарлы юлдарҙан бер ҡаршылыҡһыҙ үтә ала. Ошондай проекттар өҫтөндә эшләгәндә студенттар уҡыуҙа алған белемен, ғәмәлдә ҡулланып, камиллаштыра. Артабан йәштәр мотоциклды киң ҡулланыуға сығарырға иҫәпләй. Сөнки ул ябай, теләгән һәр кем йөрөй ала. Газ һәм тормозға ғына баҫа белергә кәрәк. Рәсәйҙең Ховерсурф компанияһы ла осоусы мотоциклдың исем туйын үткәрҙе. Аппаратты ҙур коптер тип атаһаң да була. Ул тәү сиратта халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү өсөн эшләнгән. Проект авторҙары заказдар була ҡалһа, уны күпләп эшләргә ниәтләй. Осоусы мотоциклдың хаҡы яҡынса 52 мең доллар. Киләсәктә ошондай мотоциклдарҙы Башҡортостанда ла күрергә мөмкин буласаҡ.
Бензин да кәрәкмәй, тауышы ла сыҡмай
Тулыраҡ: Бензин да кәрәкмәй, тауышы ла сыҡмай