Башҡортостан Республикаһына Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров эш сәфәре менән килде. Рәсми сараларға тиклем дәрәжәле ҡунаҡ Өфөлә яңы асылған архитектура комплексына сәскәләр һалды. Һәйкәл моһабәтлеге менән һоҡландыра һәм илһамландыра, тип билдәләне Игорь Комаров. Һәм күркәм ансамбль башҡала биҙәге генә түгел, ә йәш быуында тарихҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләр, республика мираҫына иғтибар нығытыр урынға әйләнер, ә үҫмерҙәр бында ил ғорурлығы булған ысын батырҙар үрнәген алыр, тигән ышаныс белдерҙе. Рәсәй геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов хөрмәтенә һәйкәл Өфөлә быйыл, 11 октябрҙә, Республика көнөндә асылды.
Һоҡландыра һәм илһамландыра
Һоҡландыра һәм илһамландыра