Менталь сәләмәтлек

Менталь сәләмәтлек

Өфөлә 2023 йылда менталь сәләмәтлектең комплекслы медицина үҙәген асыу көтөлә. “Менталь сәләмәтлек” проекты Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың тәҡдиме менән бойомға ашырыла. Башҡортостанда менталь инвалидлығы танылған балалы ғаиләләр өсөн социаль реабилитация эшен яйға һалыу эҙмә-эҙлекле алып барыла. Республикала аутист спектры хәле теркәлгән балалар һаны 1 мең 877. Был иҫәптең һуңғы ике йылда икеләтә артыуын белгестәр ыңғай күренеш тип ҡабул итә, сөнки ул мөмкинлеге сикле балаларҙың күбәйеүен күрһәтмәй, ә ошо хәлдең ваҡытында асыҡланыуын дәлилләй. Һәм ата-әсәгә менталь сәләмәтлеге ҡаҡшаған баланы тәрбиәләүҙә ярҙам мөмкинлеген хәстәрләүҙе тиҙләтә. “Менталь сәләмәтлек” проектының округ эшсе төркөмө ағзаһы, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, мөмкинлеге сиклеләр менән эшләү даирәһен киңәйтеү һәм эшмәкәрлектең сифатын яҡшыртыу саралары даими күрелә. 2023 йылдың беренсе сирегендә башҡалала асыласаҡ комплекслы медицина үҙәгендә менталь сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларҙы дауалау ғына түгел, ә уларға социаль һәм медицина реабилитацияһын үткәреү, ата-әсә һәм табиптар өсөн әҙерлек курстарын ойоштороу ҡарала