Депутаттар закондар сығарыу һәм дәүләт органдары эшмәкәрлеген цифрлаштырыу мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Санкциялар шарттарында, импортты алмаштырыу осоронда был тема көнүҙәк булып ҡала. Цифрлаштырыу донъяһының тиҙ үҙгәреүен иҫәпкә алып дәүләт заман менән бергә атларға тырыша. Был, тәү сиратта, закондар сығарыу һәм дәүләт органдары эшмәкәрлегенә ҡағыла. Сөнки ил һәм төбәк менән идара итеү улар иңендә. Көнбайыш илебеҙгә ҡарата санкциялар индергәс предприятие-ойошмалар үҙгәрештәргә әҙерләнә башланы. Улар Рәсәйҙә эшләнгән технологик һәм программа тәьминәтенә күсә. Ошо йәһәттән Ай-ти белгестәр сит илдәргә китмәһен өсөн ярҙам саралары күрелә. Кешеләрҙең яҙмышы, беҙҙең күҙ алдында тарих үҙгәргәндә Ватанды һаҡлау өсөн бар көстө бергә туплап, берҙәм эшләргә кәрәк, тип иҫәпләй Башҡортостан башлығы. Парламентарийҙар билдәләүенсә, заман шарттары яңы бурыстар ҡуя. Иҡтисадты үҙгәртеү буйынса тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеү, йәмғиәттә тотороҡлоҡто тәьмин итеү, халыҡҡа, тәү сиратта, мобилизацияға эләккәндәргә ярҙам итеү тәү маҡсаттар. Закон сығарыусылар эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген дә яҡшыртыу көнүҙәк булып ҡала, тигән белдереүҙәр яһаны депутаттар. Парламентарийҙар ассоциацияһының 65-се ултырышында компьютер ҡоролмалары сығарыуҙа яңы ҡарарҙар, илебеҙҙә софттар етештереүҙе яйға һалыу кәрәк, тип билдәләнде. Сөнки дәүләт власы органдары, шул иҫәптән парламенттар сит илдәрҙә сығарылғандары менән файҙалана. Бынан тыш, именлек һәм сер һаҡлау мәсьәләләре лә тора. Башҡортостанда цифрлаштырыуға ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы өс йыл эсендә 3 меңдән ашыу социаль учреждениеға интернет үткәрелгән. Төбәктә мәғлүмәт тапшырыу селтәре һәм эшкәртеү үҙәге булдырылған. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф тармаҡтары цифрлаштырыу ҡарарҙары менән тәьмин ителә. Тәүгеләрҙән булып Республикаға идара итеү үҙәге ойошторолдо. Волга буйы федераль округының закондар сығарыу органдары етәкселәре йәштәр парламентының киләсәге һәм хәле буйынса ла фекер алышты. Башҡортостан халҡы Волга буйы федераль округында иң йәше. Йәштәр сәйәсәте лә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Йәш депутаттар илһөйәрлек һәм хәрби әҙерлеккә ҡағылышлы закон проекттар башланғысы менән даими сығыш яһай.
Өфөгә Волга буйы федераль округы парламентарийҙары йыйылды
Өфөгә Волга буйы федераль округы парламентарийҙары йыйылды