Мобилизацияға эләгеүсе 200-ҙән ашыу яугир Башҡортостанға кире ҡайтасаҡ. Радий Хәбиров 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған атайҙарҙы хәрби әҙерлек үтеү урындарынан кире ҡайтарырға ҡушты. Был һорау менән Радий Хәбировҡа күп мөрәжәғәттәр килә. Инцидент менеджментҡа ебәрелгән һорауҙар исемлегендә лә мобилизация беренсе урында тора. Радий Хәбиров хәрби комиссариат менән берлектә күп балалы мобилизацияланыусыларҙы ҡайтарыу, урындарына яңы кешеләр ебәреүҙе ойошторорға ҡушты.
Күп балалы атайҙар ҡайта башланы
Күп балалы атайҙар ҡайта башланы