Тулы тормош

Тулы тормош

Украин милләтселәренең йәберләүҙәренә түҙә алмай Рәсәйгә күсеп килеүселәр Башҡортостанда тулы тормош менән йәшәй. Яңыраҡ Чесноковтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булды-оран һалып сабый донъяға килде. Рәсәйҙең яңы ватандаштарының ғаиләләрендә хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина ҡунаҡта булды.Дүрт айлыҡ Кирилл хәҙер сит кешеләрҙе айырып, үҙенең әсәһе, атаһы һәм апаһына матур йылмайыу бүләк итә белә. Сабый хәҙер Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы ватандашы. Иң ауыр саҡтарын бәләкәс әсә ҡарынында кисерә. Ғаиләгә атыш, шартлатҡыс тауыштарынан ҡасып ике аҙнанан ашыу баҙҙа йәшәргә лә тура килә. Луганск республикаһының Рубежный ҡалаһындағы фатирыбыҙҙы ҡалдлырып сығып киткәнде хәҙер насар төш кеүек кенә иҫләйбеҙ, ти бәхетле әсә. Ҡарындағы баланың, өлкән ҡыҙҙары Иванканың артабанғы тормошон хәстәрләп ғаилә хәүефһеҙ ергә күсенергә ҡарар итә. Әле ғаиләгә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Ваҡытлыса йәшәү пунктындағы бер бүлмәлә дүртәүләп көн итәләр. Ғаилә башлығы көндөҙ эштә, Иванка уҡыуҙа, ә бәләкәс Кирилл әсәһе менән өйҙә. Өфө янында урынлашҡан ваҡытлыса торлаҡта йәшәүселәрҙең күбеһе йәш балалы ғаилә. Күп бала әсәһе Олеся Иванова ла алтынсы сабыйын Башҡоростанға килгәс таба. Иғтибар дүрт айлыҡ Владиславҡа ғына түгел, ә ике йәшлек Аннаға, алты һәм ете йәшлек малайҙарға ла талап ителә. Ғаиләләге өлкән балалар Диана менән Анастасия өйҙә саҡта кескәйҙәрҙе тәрбиәләшергә ярҙам итә. Ишле ғаиләгә ваҡытлыса йәшәү өсөн айырым йорттан өс бүлмә бирелгән. Кескәйҙәр эргәһендә хатта берәҙәк бесәй балаһына ла урын табылған.Кисергән стрестан һуң бәләкәс Владиславтың имен-һау донъяға килеүенә шатланып бөтә алмайым, ти әсә кеше. Ивановтар республикала ныҡлап төпләнергә ҡарар иткән, яңыраҡ ҡына рәсми рәүештә Рәсәй граждандары ла булған.Ваҡытлыса йәшәү урынында бар шарттар ҙа бар, балалар мәктәпкә урынлаштырылған, тормош иптәше эш урыны менән тәъмин ителгән. Хәҙер йәшәргә иркен урын табаһы ғына ҡалған.