Фатир яңыртыу һөйөнөсмө, көйөнөсмө

Фатир яңыртыу һөйөнөсмө, көйөнөсмө

Өфө ҡалаһында йәшәгән күп балалы ғаилә был һорауға ун ай яуап эҙләп, яуаплы ойошма ҡарарын көтөп ала алмай телевидение ярҙамына өмөт бағлай. Яңы фатир һатып алып үкенескә тарыған Володиндарҙың зарын хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева тыңланы. 2003 йылда төҙөлгән йорттоң иң өҫкө ҡатындағы иркен фатирҙы һатып алғанда обойҙар, тартма япмалы түшәм, заманса биҙәлештең ҡара бәшмәкте ҡаплар өсөн уйлап табылғанын белмәнек, ти хужабикә. Бүлмәләрҙе үҙҙәре теләгәнсә яңыртырға йыйынғас ҡына түбәнән һыу аҡҡаны, диуарҙарҙы күгәрек баҫҡаны, хатта иҙәндең еүешләнеп торғаны асыҡлана. Бәшмәк менән тәүҙә химия ярҙамында көрәш башлайҙар. Тырышлыҡтың ваҡытлыса икәненә инанғас Алина мәсьәләнең тотош йорт өсөн уртаҡ булыуын асыҡлап уны хәл итеүҙең башҡа юлдарын эҙләй башлай. Идара итеүсе компаниянан башлап төрлө күҙәтеүсе ойошма адрестарына хаттар яҙып һала.Оҙаҡламай бәшмәкле стеналарҙың бер фатир, хатта сарлаҡ аҫтындағы бер ҡаттың ғына проблемаһы түгел икәне мәғлүм була. Күршеләр оҙаҡ йылдар ошо хәлгә түҙеп йәшәргә мәжбүр. Подъезда түшәмдән аҡҡан һыу буйҙары граффити рәссамдары тырышлығы менән йәшерелгән. Тәү ҡарашҡа сағыу бөхтәлек бойлер бүлегендә юҡҡа сыға. Дөйөм торбаларҙы йылдар буйына ҡатҡан һыу ташы “биҙәй”. Подвалда ла күләүектәр йыш күренеш. Фатир хужалары идара итеүсе компанияны битарафлыҡта ғәйепләй. Фатир хужаларының күбеһе идарасы компания, дәүләт торлаҡ инспекцияһы, прокуратура, Республика хөкүмәтенә йүнәлткән мөрәжәғәтенә яуап хаттарынан коллекция йыйған. Йорта барыһы ла яҡшы түгел икәне тыштан уҡ күренә. Был сүп-сар, уңайһыҙлыҡтарҙы фатир хужалары ваҡытлыса тип ҡабул итә. Әлегә йорттоң тышҡы йөҙөн ремонтлау эштәре бара. Кирбес ҡатламын яңыртыу быйыл августа башланған. Ә бына ихатаға йорт файҙаланыуға тапшырылғандан бирле оҫта ҡулы тейгәне юҡ, ти фатир хужалары. Балалар майҙансығын ҡунаҡтарға күрһәтергә оят, тиҙәр. Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы проблемалы йортта төҙөкләндереү эштәренә ҡағылған беҙҙең һорауҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырһа, идарасы компания етәксеһенән яуап яҙҙырып алыуға ирештек. Тик ул күк диуарлы, еүеш түшәмле йортта йәшәгән кешеләрҙе тынысландырырлыҡ түгел.Идарасы компания эше менән риза булмаған фатир хужалары дөйөм ҡарар нигеҙендә хеҙмәтләндереүсе ойошманы алмаштыра йәиһә дәғүә белдереп судҡа мөрәжәғәт итә ала. Эшсе хәбәрселәр урамы 2 кәсер 7 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорт кешеләренә түҙемлек һәм тәүәккәллек теләйһе генә ҡала