Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртып ҡороу ҡасан башланыр

“Тура бәйләнеш” барышында Радий Хәбировҡа башҡорт телендә һорау яңғыраны. “Киске Өфө” газетаһы баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева Республика башлығын тарихи ғәҙеллекте ҡайтарып Өфөнөң Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Рәсәй Геройы генерал Шайморатовҡа күркәм һәйкәл асыу ваҡиғаһы өсөн рәхмәт белдереп башҡаланың борондан йөҙөн танытҡан һәм уның ғорурлығы булған Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртып ҡороу мәсьәләһе ҡасан хәл ителер, тип ҡыҙыҡһынды. Был һорауҙың Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы алдынын айырыуса мөһим икәненә баҫым яһаны.

Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәле ысынлап та етди иғтибарҙы һәм нигеҙле төҙөкләндереүҙе талап итә, тине. Был мәсьәлә бер йылда ғына хәл ителерлек түгел. Һәйкәлдең ярайһы ҡаҡшауын иҫәпкә алып белгестәр тикшеренеү үткәрә. Подрядсы бар. Әлегә ул проектлау эштәрен алып бара, ер ҡатламы, постамент өйрәнелә, фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. 2023 йылдың мартына реставрация проекты әҙер буласаҡ. Халыҡ һәйкәлдең бер ни тиклем ваҡытҡа постаменттан алынырына әҙер булырға тейеш. Тимәк, 450 йыллығын Өфө үҙенең төп символдарының береһенә башҡа ҡаршы аласаҡ. Проектты раҫлағандан һуң эштәрҙең башланыр ваҡыты билдәләнәсәк.