Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Морган Стенли компанияһы аналитигының Рәсәйгә ҡағылышлы хисабы донъя күрҙе. Санкцияларға ҡарамаҫтан, президент Владимир Путин иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡала алды һәм хәҙер ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса Рәсәй алдынғы урындарҙа бара, тип яҙа Рачир Шарма Файненшел Таймс журналында. Нефткә хаҡтар арзанайыу ҙа ил етәкселеген ҡурҡытманы. Мәскәү һуңғы 15 йылда тәүге тапҡыр иҡтисадта уңышлы үҙгәртеп ҡороуҙар алып бара телә хисапта.
Төркиәлә хәрби фетнәгә ҡаршы демонстрациялар дауам итә. Уларҙың иң күләмлеһе Истамбулдағы Таксим майҙанында үтә. 15 июль фетнәнән һуң ил президенты Рәжәп Эрдоган халыҡты демократияны яҡлап урамға сығырға саҡырғайны. Шунан бирле һәр кис ил буйынса күп халыҡ ҡатнашлығында йыйындар ойошторола.
Израиль армияһы раввин Михаэль Маркты үлтереүсене юҡ итеү өсөн танктарға ҡаршы ракета ҡулланған. Ул һәләк булған, ҡатыны һәи ике балаһы яраланған.