“Уңдырышлы түтәл”дәр мул уңыш бирә башланы ла инде

Тулыраҡ: “Уңдырышлы түтәл”дәр мул уңыш бирә башланы ла инде

Баҡсасылар “Уңдырышлы түтәл” проекты сиктәрендә таратылған орлоҡтарҙың юғары сифатына инанды. Артабан, ошо орлоҡтарҙан алынған йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр араһында конкурс ойоштороласаҡ. Ә әле хужабикәләр өлгөргән байлыҡтан ҡышҡылыҡҡа запас туплай башлаған. Нәбиевтар ғаиләһе быйылғы миҙгел уңышын барлай. Йәй иртә килде, шуға ла уңышты бер-нисә тапҡыр йыйып өлгөрөргә мөмкин, ти хужабикә.Әлбиттә, уңған хужаның ғына емеш-еләге уңа. Өлгөргән байлыҡты эшкәртә лә белергә кәрәк. Нәсимә Зөфәр ҡыҙы ҡыярҙарҙы тоҙлап бара. Тәмлекәстәр урынына ла тик үҙҙәренең баҡсаһында үҫкән йәшелсәне генә файҙалана. Эшкәртеүҙең бер-нисә төрөн белә хужабикә. Әле ашарға тиҙ тоҙлананған ҡыяр әҙерләй. Ҡышҡылыҡҡа ла запас туплай. Бигерәк тә, һалҡын шишмә һыуы менән тоҙланған ҡыяр файҙалы үҙенсәлектәрен яҡшы һаҡлай.Банкаларҙы һаҡлауға хужалар баҙға төшөрә. Ә һыуытҡысҡа быйыл мул уңыш биргән емеш-еләкте йыйып тултырғандар.Оҙаҡламай был түтәлдә лә уңыш йыйып алынасаҡ. Әлегә емештәр ергә ятып серемәһен өсөн таяҡҡа беркетелгән. Ә бында алһыуланып килгән помидор күренә лә инде. Ул “Три толстяка” сортынан, ауырлығы 1 кг-ға тиклем барып етә. Ә күрше баҡсала ҡыҙыл сөгөлдөр өлгөргән. Яҙын “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе “Уңдырышлы түтәл” проекты сиктәрендә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә 40 мең дана сифатлы орлоҡ таратҡайны. Баҡсасылар орлоҡтарҙың, ысынлап та, яҡшы булғанына хәҙер инанған.Йыйылмала йәшелсә-емештәрҙән башҡа, сәскә орлоҡтары ла булған. Хуш еҫле тәмәке, ҡауырһынлы ҡәнәфер 25 йыл баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән хужабикә өсөн ҙур бүләк булған. Берҙәм Рәсәй фирҡәһен “Уңышлы түтәл” проекты сиктәрендәге конкурс икенсе аҙнанан башлана. Бәйгелә теләгән һәр кемдең ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа бүләк отоу мөмкинлеге бар.