Биш район көҙ-ҡыш миҙгелендә эшләргә әҙер түгел

Биш район көҙ-ҡыш миҙгелендә эшләргә әҙер түгел

Башҡортостандың биш муниципаль берәмеге көҙ-ҡыш миҙгелендә эшләргә әҙер түгел. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығының белдереүенән билдәле булды. Аҙна ваҡиғаларының иң мөһимдәренә арналған кәңәшмәнең көн тәртибендәге мәсьәләләргә байҡау менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева. Ростехнадзор 2022-2023 йыл көҙгө һәм ҡышҡы миҙгелгә әҙерлекте тикшереп Белорет, Иглин, Ҡараиҙел, Өфө һәм Учалы райондары хужалыҡтарына 15 ноябргә тиклем ҡалған эштәрҙе тамамларға йөкләмә биргән. Министр вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова октябрҙең һуңғы аҙнаһында республикала хеҙмәттәрҙе авария сәбәпле туҡтатыу осраҡтары теркәлде, тип белдерә. Өфө һәм Ағиҙел ҡалаларында фатирҙар һыуһыҙ ҡалған. Муниципалитет етәкселәре Республика башлығының йөкләмәһен дә алды. 27 октябрҙә үткән “Тура бәйләнештә” торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы мәсьәләләре мөрәжәғәттәрҙең иң йыш телгә алынғаны бишәүҙе иҫәбендә. Дүрт сәғәт эсендә Радий Хәбиров уларҙың барыһына ла яуап биреп өлгөрмәне. Әммә һорауҙар иғтибарһыҙ ҡалмай.Етәкселәргә йәнә бер йөкләмә – яңы эш тәртибенә күсеү мотлаҡ. Ул һауа шарттары менән бәйле. Миҙгелдәр алмашынған мәлдә яуым-төшөм, температура үҙгәрештәре, юлдарҙағы хәл көнэлгәре әҙерлекте талап итә. Эш көндәре буйынса ҡыҫҡа әммә ваҡиғаларға бай аҙна көтөлә. 2 ноябрҙә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй, ә 4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнө. Өфөлә Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы хөрмәтенә обелиск асыу тантанаһы көтөлә. Радий Хәбиров байрам сараларын салютһыҙ үткәрергә тәҡдим итә. Ойоштороусыларҙың хатаһы ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Үткән ял көнөндә математика олимпиадаһында, мәҫәлән, кемдеңдер вайымһыҙлығы фажиғәғә килтерә яҙған. Башҡорт дәүләт университетына саҡырылған 4-9 йәшлек балаларҙың тейешле хәүефһеҙлеген тәьмин итмәгәндәрҙе Радий Хәбиров яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты. “Оҙон тәнәфес” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулап 200 мең һумлыҡ грант алған үҫмер, Туймазы ҡалаһынан Реналь Хәбиров, аҡсалата бүләгенең яртыһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар исеменә күсерергә ҡарар иткән. Ошо ваҡиға тураһында мәғлүмәт Республика башлығы менән “Тура бәйләнеш”кә видеояҙма булараҡ алынған.Махсус хәрби операция биләмәһенә йүнәлгән яҡташтарға ярҙам итеүҙе Республика башлығы иң мөһим бурыс, тип баһалай. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Хөкүмәткә республикала формалашҡан өсөнсө ирекле батальонға булышлыҡ итергә ҡушты. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса логистика үҙәге булдырырға һәм һалдаттарға шәхси ярҙам итергә теләгәндәрҙең тәҡдимдәрен туплап үҙәкләштереүҙе яйға һалырға ҡушты. Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевичты Радий Хәбиров йәнә бер – хәҙер инде дүртенсе — яуаплылыҡ биләмәһен иңгә алырға өндәне. Мобилизацияланғандар, ирекмәндәр һәм уларҙың ғаиләләре менән бер рәттән хәрби операция зонаһынан төрлө сәбәптәр буйынса ҡайтырға мәжбүр яҡташтарыбыҙ ҙа ярҙамға мохтаж.