Көҙгө саҡырылыш башланды

Көҙгө саҡырылыш башланды

Хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандар Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына, Запорожье һәм Херсон өлкәләренә, шулай уҡ махсус хәрби операцияға ебәрелмәйәсәк. Был хаҡта Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһе генерал-полковник Евгений Бурдинский белдерҙе. Быға тиклем хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш кампанияһы 1 октябрҙән башлана ине. Ләкин быйыл уны өлөшләтә мобилизация үткәреүгә бәйле 1 ноябргә күсерергә ҡарар ителде. Быйыл көҙ илдә 120 мең кешене саҡырыу ҡарала, был иһә уҙған йылдарға ҡарағанда 7 мең ярымға аҙыраҡ.