Башҡалала Вокзал урамындағы 18-се йорт 2010 йылдан уҡ авария хәлендә тип табылған. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр менән рәсми документтар кәрәкле урынға барып етмәй. Емерек хәлдәге йортҡа капиталь ремонт эшләүҙең мәғәнәһе юҡ, ти хужалар. Әммә улар йылдар дауамында ай һайын ремонт өсөн аҡса түләй. Ошо көндәрҙә йорт хужаларына тағы ла 4 йыл авария хәлендәге йортта йәшәп торорға кәңәш иткәндәр. Сөнки уларҙы күсереү мөмкинлеге юҡ, мәсьәлә 2026 йыл аҙағына ғына хәл ителеүе ихтимал. Сәлимә Исламова теманы дауам итә.Был Марина Владимировнаның тыуған йорто. Әле әсәһен ҡарап ошонда уҡ йәшәй. Вокзал урамындағы 18-се йорт 1958 йылда төҙөлгән. 64 йыл буйы торған йортто хәҙер төҙөкләндереүҙең мәғәнәһе юҡ, ти торлаҡ хужалары. 2010 йылда уҡ өй емерек хәлдә тип табылған. Диуарҙар үтәнән үтә ярылған, түбә тишек, ҡышын урам таҙартылмай, яҙлы көҙлө һыу баҫа. Тау түбәненә иреп төшкән һыу йорттарға ағып инә. Коммуналь хеҙмәттәр ҙә бында кеше йәшәгәнлеген күптән онотҡан, ахыры. Вокзал урамының түбәндә ятҡан өлөшөндә һаман кешеләр йәшәүен бәлки юл таҙартыусылар, ысынлап та, белмәйҙер. Юлдар ватыҡ, урамды яҡтыртыу тураһында һүҙҙә ҙә юҡ. Һәр иртән ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып был юлдан өлкәндәр эшкә, балалар мәктәпкә бара. Өйҙөң йәшәү өсөн яраҡһыҙ икәнлеген 3 ҡабат иҫбатларға тура килә. 2021 йылда ғына рәсми документтар бирелә. Әммә был йортта кәмендә тағы 4 ҡыш сығырға кәңәш итә урындағы хакимиәт. Сөнки адреслы күсереү 2026 йыл аҙағына тиклем ҡаралған. Башҡаланың Совет районы хакимиәтенең торлаҡ –коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш идаралығы етәксеһе Ришат Исмәғилев беҙҙең һорауҙарға тик телефон аша ғына аңлатма бирҙе. Әлегә йортта йәшәүселәргә башҡа йәшәү урыны эҙләргә, тура киләсәк, йә Өфөнөң ғәҙәттән тыш торлаҡ фондынан ваҡытлыса йәшәү урыны һорарға кәңәш бирҙе чиновник. Әммә милекселәр бындай яуа менән ҡәнәғәт түгел
Вокзал урамындағылар вокзалда кеүек йәшәй
Вокзал урамындағылар вокзалда кеүек йәшәй