Иманға юл һәр саҡ асыҡ

Иманға юл һәр саҡ асыҡ.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылы мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бер аҙналыҡ дин дәрестәре үткәрелә башланы. Сираттағы курсҡа Башҡортостандың төрлө райондарынан дини белемен камиллаштырырға теләүселәр йыйылған. Мөслимәләр 6 фән буйынса дәрестәр ала. Әйткәндәй, йыраҡтан килеүселәргә мәсеттә йоҡларға урын һәм ашатыу ҡаралған. Уҡыу аҙағында курсты уңышлы тамамалау тураһында сертификат та тапшырыла Дини ҡәрҙәштәребеҙ бындай уҡыуҙарға бик теләп йөрөй, ти Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе. Ир –егеттәр өсөн дә курстар ойошторола. Улар ноябрь айына ҡаралҡан.