Мобилизацияланғандарға ярҙам-төп бурыс

Мобилизацияланғандарға ярҙам-төп бурыс

Махсус хәрби операция биләмәһенә йүнәлгәндәргә ярҙам-иң мөһим бурыстарҙың береһе. Был хаҡта Республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров Хөкүмәткә республикала формалашҡан өсөнсө ирекле Салауат Юлаев батальонына булышлыҡ итергә ҡушты. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса логистика үҙәге булдырырға һәм һалдаттарға шәхси ярҙам итергә теләгәндәрҙең тәҡдимдәрен туплап үҙәкләштереүҙе яйға һалырға ҡушты. Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевичты Радий Хәбиров йәнә бер яуаплылыҡ биләмәһен иңгә алырға өндәне. Мобилизацияланғандар, ирекмәндәр һәм уларҙың ғаиләләре менән бер рәттән хәрби операция зонаһынан төрлө сәбәптәр буйынса ҡайтырға мәжбүр яҡташтарыбыҙ ҙа ярҙамға мохтаж.