Луганск халыҡ республикаһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлығын онотмайҙар. Республикаға Луганск халыҡ республикаһынан бер төркөм уҡытыусылар килде. Улар Мифтахетдин Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында квалификацияһын арттыра. Шулай уҡ директорҙар, урынбаҫарҙары һәм төрлө фән белгестәре Өфө менән таныша, оҫталыҡ дәрестәрен ҡарай, Бөтә Рәсәй слеттарында, семинарҙарҙа ҡатнаша. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Донбасты фашистарҙан азат итеп, башын һала. Луганск халыҡ республикаһында ерләнгән. Мөғәллимдәр Рәсәй геройы хөрмәтенә яңы ғына асылған һәйкәлгә сәскәләр һалып, уны иҫкә алды.
Шайморатов һәйкәленә тере сәскәләр
Шайморатов һәйкәленә тере сәскәләр