Хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандар Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына, Запорожье һәм Херсон өлкәләренә, шулай уҡ махсус хәрби операцияға ебәрелмәйәсәк. Был хаҡта “Рәсәй” медиа үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич белдерҙе. Быға тиклем хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш кампанияһы 1 октябрҙән башлана ине. Ләкин быйыл уны өлөшләтә мобилизация үткәреүгә бәйле 1 ноябргә күсерергә ҡарар ителде. Быйыл көҙ Башҡортостанда 4 мең кешене саҡырыу ҡарала.
Хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәре
Хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәре