Үткән көҙ һалдатҡа алынған егеттәр ҙә ваҡытында өйҙәренә ҡайтарыла. Ҡораллы көстәргә сәләмәтлеге ныҡ булған ғына егеттәр оҙатыла. Сәлимә Исламова теманы дауам итә.Сәләмәт тәндә сәләмәт рух. Һалдаттың йөрәге ныҡ, ҡолаҡтары яҡшы ишетә,тештәре теүәл, кәйефе шәп булырға тейеш. Илгә шундай һалдаттар кәрәк, тип йылмая табиптар. Ҡораллы көстәргә алынғанға тиклем егеттәрҙең һәр береһе тулы медицина тикшеренеүе үтә. Хәрби комиссариат коридорҙары һәр ваҡыттағыса йәнле. Кемдер табиптарға күренергә, кемдер махсус тест үтергә, кемдер һалдатҡа алынғас ниндәй частә хеҙмәт итәсәген күҙаллап, өҫтәлмә һөнәр алырға килгән. Артур Уразбахтин радиоэлектроника колледжын ҡыҙыл диплом менән тамамлаған. Әммә хыялы йөк машинаһы йөрөтөү. Уны тап армия сафына алынғас тормошҡа ашырырға ниәтләй. Әйткәндәй, С категорияһына хәрби комиссариат йүнәлтмәһе менән бушлай уҡыу мөмкинлеге бар. Һәр кем үҙенең сәләмәтлеге менән маҡтана алмай. Константин Щербаковты табиптар өҫтәмә медицина тикшеренеүе үтергә ебәргән. Егеттең армияға барыу теләге көслө булһа ла, әлегә ҡораллы көстәр сафына алмаясаҡтар. Сөнки ҡан баҫымы юғары. Тимәк, армия кисектерелеп тора. Хәрби комиссариатта билдәләүҙәренсә, һалдатҡа саҡырылған егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашмай. Былтыр көҙ ебәрелгәндәре лә ваҡытында өйҙәренә ҡайтарыласаҡ. Хеҙмәт итеү ваҡыты ике йылға оҙайтыла, тигән имеш-мимештәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Рәсәйҙә бындай һорау ҡаралмай, армия сафына егеттәрҙе бер йылға саҡыралар. Башҡаланан һалдатҡа оҙатыу 8 ноябрҙә башлана. Башҡортостандан 4 меңдән ашыу егет илдең Ҡораллы көстәренә алынасаҡ. Саҡырылыш кампанияһы 31 декабргә тиклем дауам итә.
Көҙгө саҡырылышта Рәсәйҙән 120 мең егет илдең Ҡораллы көстәренә оҙатыласаҡ
Көҙгө саҡырылышта Рәсәйҙән 120 мең егет илдең Ҡораллы көстәренә оҙатыласаҡ