Нурия Ирсаева 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Нурия Ирсаева 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Театр сәнғәтенең легендар актрисаһы – Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы – Нурия Ирсаева 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның тыуған көнөнә арнап ижади кисә уҙҙы. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Рәхмәт, һоҡланыу һүҙҙәре, гөлләмәләр һәм Нурия Исхаҡ ҡыҙы тураһында йән иретерлек һүҙҙәр. Яратҡан актрисаһын, кумирын юбилейы менән ҡотлау өсөн Башҡортостандың, илдең төрлө төбәктәренән дуҫтары — әле лә һаман ҡыҙҙар кеүек һомғол, моңло тауышлы, нурлы Нурияһын күреү өсөн шығырым тулы зал йыйылды. Ҡабатланмаҫ сәхнә йондоҙо улар өсөн балҡый, ә үҙен аяҡ- үрә баҫып, алҡыштарға күмеп ҡаршы алалар.Нурия Ирсаеваның ижад һандығында күркәм ҡатын-ҡыҙ образдары бихисап. Айһылыу булһынмы, Айгөлмө, Мәҙинәме, улар араһында хатта Мостайҙың Әсҡәте лә айырым урын биләй. Ғәлиәбаныуға иһә ғашиҡ булмаған бер йөрәк тә ҡалмағандыр. Нурия Исхаҡ ҡыҙының Башҡорт дәүләт академия драма театрында ярты быуаттан ашыу ғүмере аҡҡан. Ә бит театрҙағы тәүге эше актриса түгел - диктор. Артистарҙың һүҙҙәрен рус теленә тәржемә итеүсе. Әле ул сәхнәнең тере легендаһы һәм шул уҡ ваҡытта ябай ҙа, әйткән һүҙҙәренә, эшенә, коллективына, тамашасыһына, дуҫтарына тоғро.Режиссерлыҡта ла үҙен һынай Нурия Ирсаева. Республиканың төрлө коллективтарына спектаклдәр, театрлаштырылған тамашалар ҡуя. Ә был донъяға үҙен осраҡлы рәүештә килгәнмен тей. Фронтовик атаһының бер нисә сәғәткә генә ҡайтып китеүенән Нурия яралған. Ә әсәһе ауыр йылдарға ҡарамайынса эскерһеҙ, ихлас, мөхәббәтле балалар үҫтереүгә өлгәшкән.Юбилей кисәһенә килгән тамашасылар юбилярҙың тормошона, уй-кисерештәре, хәтирәләренә башлы-көллө сумды. Уның яҙмышының сағыу өлөштәре сәхнәлә терелде.Нурия Исхаҡ ҡыҙы – заманыбыҙҙың иң моңло актрисаларының береһе. Уның һәр роле йырлы, моңло тауышы образдарын тағы ла байыта төшә. Бөгөн дә актриса йырҙан айырылмай. Йәшләй бер сәхнәлә уйнап, ижад юлынан бергә атлаған дуҫтары ла янында.Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаева кеүек уңышлы дуэттар илдә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уларҙың берҙәм ижады бер-береһен асҡан, байытҡан, күтәргән. Ғәлиә менән Заһир йыры миллионлаған ғашиҡтарҙың гимнына әүрелгән.1965 йылда сәнғәт институтын тамамлап Башҡорт дәүләт драма театрына килгән дә, уның сәхнәһенә тамыр йәйеп сәскә атҡан, тамашасыларына иҫ киткес геройҙар бүләк иткән. Нурия Исхаҡ ҡыҙының ролдәренән ҡыҙ остоҡтары нәзәҡәтлек, нескәлек, зифалыҡ өлгөләрен алып үҫте, үҫмерҙәр, буй еткергән ҡыҙҙар уға оҡшарға тырышты, ир-егеттәр һоҡланып, һөйөү утында янды. Әле булһа ла шулай. Тамашасылар күңеле — актрисаға һөйөү, ә юбилярҙың тормош һандығы уларға арналған емешле ижады менән мөлдөрәмә туп-тулы.