Бында эштәр тамамланыуға бара. Эшселәр алдына ҡуйылған төп маҡсаттарҙың береһе – яңы технологияларҙы ҡулланып сифатлы асфальт һалыу. Рөстәм Хәмитов юл япмаһы кәмендә ун йылға етергә тейеш, тип билдәләне. Финанс яғына килгәндә, күперҙәр төҙөү ҡиммәткә төшә. Төбәк бюджетынан Затон күперен төҙөүгә 5 миллиард һум ҡаралған. Республиканың мөрәжәғәтенә ыңғай яуап ҡайтарып, Рәсәй хөкүмәте федераль бюджеттан миллиард ярым һум бүлгән. Шулай уҡ, икенсе ярты йыллыҡта “Башнефть”тән бүленәсәк 7 миллиардлыҡ дивидент та республика ихтыяжында ҡулланыласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Сентябрь айында яңы күперҙе һынап ҡарау эштәре башлана. Барыһы ла планға ярашлы булһа, октябрь урталарында ул сафҡа инәсәк. Ә инде 2017 йылда иҫке күперҙе тулыһынса ремонтларға иҫәпләйҙәр. Был пландағы тәүге күперҙәрҙең береһе, киләсәктә башҡа йүнәлештәрҙә лә күперҙәр ярҙамында юлдарҙы бушатыу ҡаралған.
Бөгөн республика башлығы Затон күпере төҙөлөшө менән танышты
Тулыраҡ: Бөгөн республика башлығы Затон күпере төҙөлөшө менән танышты