Йәйә һәм уҡ эшләү оҫтаһы

Тулыраҡ: Йәйә һәм уҡ эшләү оҫтаһы

Бөгөнгө көндө башҡорт халҡының боронғо төп һуғыш ҡоралы – уҡ-йәйәне күптәребеҙ музей кәштәләрендә күреп кенә белә. Ә уны шартына килтереп эшләүсе оҫталар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шундайҙарҙың береһе Өфө ҡалаһының Шаҡша биҫтәһендә йәшәй. Таһир Камалов яу ҡоралдары менән йәш сағынан уҡ ҡыҙыҡһына башлай. 30 йыл элек осраҡлы ғына бер аҡһаҡал менән танышып, йәйә, уҡ-һаҙаҡ эшләү серҙәренә төшөнә.Тора-бара йәйә эшләү яратҡан шөғөлөнә әйдәнеп китә. Әлбиттә беренсе йәйәләрен дуҫтарына, туғандарына бүләк итә. Уҡ-һаҙаҡ эшләү өсөн кәмендә 4-5 йыл китә, ти оҫта. Башҡорттарҙың боронғо яу ҡоралын тарихты яҡшы белмәйенсә эшләп булмай, ти оҫта. Шуға күрә Таһир Файзулғафар улына Башҡортостандың бик күп төйәктәренә барып уҡ-һаҙаҡтың ул яҡтарҙа элек ниндәй булыуын ентекләп өйрәнергә һәм уларҙың һәр береһе ниндәй йәнлеккә тәғәйенләнгәнен дә асыҡларға тура килә. Йәйә ҙурырыҡ булған һайын уның ҡеүәте лә күберәк. Ошондай яу ҡоралдары Бөрйән районында яһалған һәм уның менән айыу, мышыға һунар иткәндәр. Бәләкәйерәктәре иһә һыбайлыларға ҡулай булған, уның ярҙамында ваҡ януарҙарға һунар иткәндәр.Уҡ-йәйәләр эшләү өсөн әллә ни ҙур станоктар,ҡоралдар кәрәкмәй, әммә сыҙамлылыҡ, ныҡышмаллылыҡ талап ителә, шулай уҡ йәйә өсөн ағасты һайлай белеү ҙә мөһим, ти Таһир Камалов. Әлбиттә һәр эштәге кеүек — бында ла үҙ серҙәре етәрлек. Алдан әҙерләгән ағасты бер-нисә йыл киптерергә, һуңынан дөрөҫ формаға килтерергә лә кәрәк. Йәйә өсөн саған ағасын ҡулланыу отошлораҡ.Йәйә-уҡтарға алдан заказ биреп, хатта сит илдәрҙән килеп алалар. Күмәртәләп һатып алырға теләүселәр ҙә бар. Башҡорт халҡының боронғо яу ҡоралдары яһаусының даны бар илгә таралған. Хужа иһә үҙ сиратында оҫталығын һәр кем менән уртаҡлашырға әҙер.