Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары һыуҙы фенолдан таҙартыусы ҡоролма уйлап тапҡан. Илдә тиңе булмаған аппарат минутына 600 литр ағынты һыуҙы эшкәртә ала. Тейешенсә ярҙам булғанда уны сәнәғәт күләмендә лә ҡулланыу мөмкин, ти белгестәр. Университет ғалимдары менән Рәлиә Сәхибгәрәева осрашты.Бер төймәгә баҫыу менән үҙенсәлекле ҡоролма шунда уҡ геүләй башлай. Был электр тогының ҡеүәтле импульстары тауышы, ти Рәмил Шәйхетдинов. Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары уйлап сығарған ҡоролма ике ҙур өлөштән тора: генератор һәм реактор. Беренсеһендә ҙур көсөргәнешле ток сигналдары барлыҡҡа килә һәм улар реакторға юллана. Ағынты һыуҙар водород перекисы һәм электрод ярҙамында эшкәртелә. Минутына 600 литр шыйыҡсаны фенолдан таҙартырға мөмкин, ти ғалим.Импульстарҙың йышлығын үҙгәртеп, аҡҡан һыуҙың тиҙлегенә яраҡлаштырып була. Был ҡоролманы сәнәғәт күләмендә ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Тик ҙур предприятие-заводтарҙа урынлаштырыу өсөн аппараттың етештереүсәнлеген арттырырға кәрәк.Илдә тиңе булмаған был ҡоролманың сәнәғәт предприятиларына бай Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы, әлбиттә. 1989 йылдағы Өфөләге техноген һәләкәтен иҫкә алайыҡ. Химия заводындағы авария сәбәпле фенол эсәр һыуға эләгә. Ярты йыл буйына башҡала халҡына крандарҙан һыу эсеү тыйылғайны. Башҡаса ундай аяныслы хәлдәр, экологик һәләкәттәр булмаһын өсөн ышаныслы заманса ҡоролмаларҙы ҡулланыу мөһим.Проект өҫтөндә өс йыл дауамында ғалимдар менән бергә университеттың химиктары, фиизктары, инженерҙары, студенттары ла эшләй. Улар белгестәрҙән тәжрибә алып ҡына ҡалмай, үҙҙәренең креатив идеяларын да индерә.Ысынлап та, һыу ниндәй генә зарарлы булмаһын, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары уйлап сығарған ҡоролма, уны сифаты буйынса дәүләт стандарттарына ярашлы итеп таҙарта ала. Экологик проблемалар көнүҙәк заманда тәбиғәт һағына тороусы асыштар тағы ла күберәк булһын ине.
Һыуҙы фенолдан таҙартыусы ҡоролма
Һыуҙы фенолдан таҙартыусы ҡоролма