Алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы

Алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы

Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеүсе сәнәғәт тармағы хеҙмәткәҙәренең һөнәри байрамы уңайынан йола буйынса алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында дәүләт наградаларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Механизаторҙар, агрономдар, малсылар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, белгестәр ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе тармаҡта тиҫтә йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Башҡортостан илдең аграр сәнәғәте өлкәһендә алдынғылыҡты бирмәй. Ауыл хужалығы эшсәндәрен Максим Забелин тырыш, сабыр һәм илһөйәр кешеләр, тип баһалай. Быйыл игенселәр рекорд күрһәткестәренә тиң уңыш йыйып алды. 2022 йыл етештереү ҡеүәттәренең артыуын теркәй. Республиканың ауыл хужалығы әлеге көндә инвесторҙар өсөн ҡыҙыҡлы тармаҡ булып танылған. Төбәктә 110 миллиард һумдан ашыу суммаға алтмыштан ашыу инвестпроект бойомға ашырыла. Хужалыҡтарҙың йыһаздары яңыртыла, быйыл ғына ике мең берәмек техника һатып алынған. Ауырғазы районы “Урожай” хужалығы механизаторы Фәһим Ниғмәтуллин Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Ул 37 йыл һөнәренә тоғро. Үткәндәренә ҡараш ташлап, хәҙер техника заманса, уңыш сағыштырғыһыҙ, ә эш бер яҡтан еңел, икенсенән яуаплы, тип тәьҫорат уртаҡлаша. Дәүләт наградаларына лайыҡ эшсәндәр араһында Башҡортостан ветеринария лабораторияһы фәнни-етештереү учреждениеһының Мәләүез филиалы ветеринария табибы Вәсилә Бикҡошова ла бар. Хеҙмәт юлын 35 йыл элек колхозда һауынсы булып башлаған ханым тәүҙә урта һөнәри белем алып ветеринар вазифаһын иңенә алған, артабан юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәтен лабораторияла дауам иткән. Эшем оҡшай, рәхмәттәрем сикһеҙ, ти Вәсилә Мырҙағәли ҡыҙы.