Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы ямғыр яумау һәм көндәр эҫе тороу сәбәпле янғындар сығыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Бөрө, Иглин, Илеш, Дүртөйлө, Күгәрсен, Федоровка, Стәрлетамаҡ райондарында йәшәүселәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә. 31 июлгә тиклем Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ. Шуға ла идаралыҡ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Томра эҫелә республикала юл-транспорт фажиғәләре лә артҡан.
Өфө районында мәҫәлән ике кеше һәләк булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла йәмәғәт транспорты ҡатнашлығындағы аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Эҫе көндәр тороу сәбәпле юлдарҙа авариялар һаны арта. Кешеләр эҫегә сыҙай алмай, автомобилдәрен ҡыуалай башлай. Һөҙөмтәлә, тиҙлекте арттырыу юл-транспорт ваҡиғаһына килтерә.Водителдәр эҫелә уяулығын да юғалта. Ҡайһы бер автоһәүәҫкәрҙәр төп юлдан барған машиналарҙы күрмәйме әллә инҡар итәме, һөҙөмтәлә ҡапыл юлға килеп сығып бәрелешәләр. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Газель автобусы Лада автомобиле менән төкөшә һәм ҡыйығына ята. Аварияла бер пассажирҙың ғүмере өҙөлә, ике кеше йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.Өфөлә иһә инкасатор машинаһы Тойота менән бәрелешә. Унда сит ил автомобиле водителе һәм 8 йәшлек бала йәрәхәтләнә. Үҙәк сығанаҡтар яҙыуынса, инкасаторҙарҙың береһенә лә ярҙам кәрәк булған.Ял көндәрендә Башҡортостанда 28 авария теркәлгән. Уларҙа 7 кеше һәләк булған, 41-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Инспекторҙар эҫе көндәр тороу сәбәпле юл-транспорт ваҡиғалары арта тип билдәләй. Шуға күрә, белгестәр юлға сыҡҡанда иғтибарлы булырға саҡыра.