Туристар йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән транспорт асҡыстарын Радий Хәбиров тапшырҙы. Яңы автобустар Башҡортостанда үткәрелгән күләмле сараларҙа ҡунаҡтарҙы йөрөтөү өсөн һәм Ҡазан, Ухта, Түбәнге Камаға даими рейстарҙа ҡулланыласаҡ. Ҡытайҙа етештерелгән транспорт заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә. Автобус пассажирҙар уңайлығы өсөн кондиционер, йылытыу системаһы, һәр урында гаджеттарға көс йыйҙырыу өсөн ЮСБ порт менән йыһазландырылған. 51 урынға иҫәпләнгән автобуста туристар өсөн ҙур багаж урыны ла бар.Башавтотранс туристик йүнәлештәге автобустар паркын яңыртыуҙы дауам итергә ниәтләй. Яҡын арала сираттағы партия килер тип көтөлә.
Башавтотранс предприятиеһы автопаркы яңы автобустар менән тулыланды
Башавтотранс предприятиеһы автопаркы яңы автобустар менән тулыланды