Бүләк-күстәнәстәр бермә-бер артырға тейеш

Бүләк-күстәнәстәр бермә-бер артырға тейеш

Яңы йыл байрамына саманан тыш әҙерлек кәрәкмәй, әммә шыуыр тауҙарға ҡуйылған яңы талаптарҙы үтәр өсөн сығымдар көтөлә. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров солоҡсоларға финанс ярҙам хәстәрләргә лә ҡушты. Аҙна башындағы төп кәңәшмәнең көн тәртибендәге башҡа мәсьәләләргә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны.Балаларға етди иғтибар, яңы йыл уңайынан байрам тантаналары ла, бүләк-күстәнәстәр ҙә бермә-бер артырға тейеш. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренә бары ҡар тауҙарына ҡарата ҡабул ителгән яңы талаптарҙы теүәл үтәргә ҡуша. Ә төҫлө уттар, архитектура ҡоролмаларын яҡтыртыуға өҫтәмә сығымдар сарыф итмәй торорға саҡыра.Ә бына солоҡ һәм түмәр умартасылығына финанс сығанаҡтар табырға кәрәк. Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Торатау биләмәһендә әлегәсә бал һурҙыртыу эштәрен күреп төбәктең халыҡ кәсептәрен үҫтерергә ярҙам мөһим, тигән һығымта яһай. Умартасылыҡтың был йүнәлештәре иҡтисади әһәмиәткә эйә. Уларҙы сәнәғәт үҫешмәгән райондарҙа нығытыу зарур. Йөкләмә ауыл хужалығы министрлығы менән туризмды үҫтереү үҙәгенә бирелә.46 инвестпроект Башҡортостанда дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ нигеҙендә бойомға ашырыла. 47 миллиард ярым һумлыҡ күләмдең 20 миллиардтан ашыуы шәхси эшҡыуарлыҡ иҫәбенә. Беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов белдереүенсә, 3 ноябрҙә төҙөлгән концессия килешеүе буйынса Сибайҙа балалар өсөн ял һәм һаулыҡты тергеҙеү үҙәген төҙөү ҡаралған. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә төҙөләсәк вуз-ара кампус айырым иғтибарға лайыҡ. Килешеү быйыл декабрҙә төҙөлөр, тип көтөлә. Радий Хәбиров донъя кимәлендәге студент кампусы булдырыуҙың тағы ла бер шарты тураһында хәтергә төшөрә. Өфөлә 2023 йылдың декабренә IQ-парк төҙөлөргә тейеш. Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫешендәге юлбәйләнеште файҙаланыуға тапшырып автомобилдәр үткәреү кимәлен 27 процентҡа тиҙләткән транспорт министрлығы төбәк етәксеһенең маҡтауына лайыҡ. 3 ноябрҙә Өфөлә асылған Хеҙмәт ҡаһарманлығы стелаһы ла ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра. Радий Хәбиров яңы сәйәхәт нөктәһе барлыҡҡа килгән майҙанда асыҡ һауалағы музей ҡорорға тәҡдим итә. Башҡаланың Дим районында яңыртылған парк асыу тантанаһында халыҡ Республика башлығына полкилиника төҙөүҙе үтенеп мөрәжәт иткән. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына Радий Хәбиров реабилитация индустрияһы ойошторған “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумына әҙерлекте тәьмин итергә ҡушты. Йыйын ноябрҙең һигеҙенән унына тиклем Өфөлә үтәсәк. Күргәҙмәлә генә ҡатнашырға илдең 12 төбәгенән реабилитация һәм абилитация сараларын етештергән 50-нән ашыу предприятие теләк белдергән. Күмәк сараларҙа хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙә мохтажлыҡ юҡ. Төбәктә коронавируслы инфекция менән сирләү кимәле бер айҙа 57 процентҡа кәмегән. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, үткән тәүлектә республика буйынса 250 сир осрағы теркәлгән, 185 сирле дауаханала. 3 миллион ике йөҙ меңдән ашыу кеше вакцинация, 929221 кеше ревакциянация үткән. Ә бына һыу ятҡылыҡтары эргәһендә хәүефһеҙлек саралары көнүҙәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Федоровка районындағы фажиғә сәбәпле ата-әсәне балаларға уяу булырға саҡыра. Хәүефһеҙлек саралары тураһында хәстәрлек оператив кәңәшмәлә тағы ла бер ҡабат яңғыраны. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам тапшырырға теләгәндәрҙе алғы сафҡа үҙ-аллы юлға сығыуҙан тыйылырға өндәй. Оператив кәңәшмәлә Межгорье ҡалаһының «Уралпромстрой» компанияһы финанс директоры Сергей Люлинға рәхмәт хаты тапшырылды. Ирекмән гумконвой составында Шайморатовсылар батальонына ярҙам саралары менән бергә үҙенең УАЗ машинаһын бүләк иткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре үҙҙәренә социаль ярҙам тураһындағы һорауҙарына яуапты хәҙер төбәктә асылған чат-бот аша алала. Ярҙам саралары 1 ноябрҙән ғәмәлдә. Республика башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, аҙна дауамында был хеҙмәт 1400 мөрәжәғәт ҡабул иткән.