Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен яҡлау буйынса саралар ғәмәлгә инде. 11 октябрь республика етәксеһе Радий Хәбиров эш урындарын һаҡлап ҡалыу, кредит буйынса, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар кеүек федераль гарантияларға өҫтәп мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам йәһәтенән тағы ла 30 сара тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйғайны. Улар тураһында хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина.Әлегә өс йәше тулып өлгөрмәгән Элинаны әсәһе балалар баҡсаһына әҙерләй. Өс бала атаһы Александр Иванов махсус хәрби операцияға алынғас, береһенән береһе кесе сабыйҙар менән яңғыҙыма ауырға тура килә, ти йәш әсә.Әлегә өс йәше тулып өлгөрмәгән Элинаға балалар баҡсаһына юллама алыуҙа район хаҡимиәте ныҡ ярҙам итте, ти Карина.Район хакимәте махсус хәрби операцияға алынған ир-егеттәрҙең ғаиләләрен ҡарауһыҙ ҡалдырмай.Мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн 30 – ҙан ашыу ысул ҡаралған, уларҙың күбеһе ноябрь башынан уҡ ғәмәлгә ашырыла. Бының өсөн хәрби операцияла булғандарҙың ғаиләләренә хәрби коммиссариаттан белешмә алыу мөһим. Кәрәкле документтарҙы алыу өсөн мотлаҡ хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Льготаларҙы алыу өсөн балаларҙың уҡыған еренә, власть органдарына, күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бынан тыш, мобилизациялнғандарҙың ғаиләләре махсус пособие алыу хоҡуғына ла эйә. Шул уҡ ваҡытта хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың килемдәре иҫәпкә алынмаясаҡ. Мәғариф өлкәһендә лә был ғаиләләргә ярҙам итеү ҡаралған. Мобилизацияланған ғаилә башлыҡтарының ул-ҡыҙҙары балалар баҡсаһына, төрлө түңәрәктәргә, йыл әйләнәһенә ял итергә бушлай йөрөү хоҡуғына эйә. Шулай уҡ йәшәү урынына ҡараған мәктәпте һайлай алалар, йылы аш менән дә бушлай тәъмин ителәләр. Был һәм башҡа ярҙам күрһәтеү саралары менән хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға, шулай уҡ ҡыҙыу линияға- 292 11 52 номерына шылтыратып белешергә мөмкин.
Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам
Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам