Мобилизациянан баш тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү ҡаралмай

Мобилизациянан баш тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү ҡаралмай

Рәсәй Дәүләт Думаһында мобилизациянан баш тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйткән закон проекты ҡаралмай. Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты етәксеһенә һылтанып ошо турала Башинформ агентлығы хәбәр итә. «Берҙәм Рәсәй» мобилизация осоронда хәрби хеҙмәттән баш тартҡан өсөн яуаплылыҡ индереү тураһындағы тәҡдимдең тикшерелмәүе хаҡында белдергән. Бынан алда Дәүләт Думаһының Оборона комитеты рәйесе Андрей Картаполов һәм хәүефһеҙлек буйынса комитет рәйесе Василий Пискарев өлөшләтә мобилизация башланғас та ошо тәҡдимдең ҡараласағын белдергәйне. Уның маҡсаты хеҙмәткә саҡырылғандар һәм мобилизацияланғандар араһында ҡасып йөрөгән өсөн яуаплылыҡты тигеҙләү ине. Әммә хәҙер, өлөшләтә мобилизация тамамланғас, башланғыс үҙенең әһәмиәтен юғалтты.