Йыл һайын Рәсәйҙә иҫтәлекле дата – 1917 йылдағы Октябрь революцияһы көнө билдәләнә. Халыҡта уны Октябрь байрамы тип тә йөрөтәләр. 1991 йылға тиклем СССР-ҙағы төп байрамдарҙың береһе күптән инде ҡыҙыл дата булмаһа ла, коммунистик ҡарашлы граждандар уны тантаналы рәүештә билдәләүен дауам итә. Быйыл Октябрь революцияһының 105 йыллығы уңайынан республика коммунистары Владимир Лениндың һәйкәленә сәскәләр һалды. Тарихи шәхестең йорт-музейында мәктәп уҡыусыларын пионерҙар сафына ҡабул итеү тантанаһы үҙҙы.
Лениндың һәйкәленә сәскәләр
Лениндың һәйкәленә сәскәләр