Ошо турала Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бер тапҡыр эсеп йөрөгән автоһәүәҫкәр икенсе тапҡыр ҡурҡынысыраҡ фажиғә эшләүе ихтимал. Мәҫәлән, бер нисә кешенең ғүмерен ҡыйыуы мөмкин. Шуға күрә, иҫерек водителдәрҙең техникаһы махсус туҡталҡаға ябыласаҡ. Был тәү сиратта халыҡтың именлеге өсөн эшләнә, тине Зариф Байғусҡаров. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе билдәләүенсә, ошондай эш бөтә республика буйынса атҡарыла. Бынан тыш, „Юл приставы„ тип аталған рейдтар әүҙемләшә. Ул иһә һалым инспекцияһы һәм инспекторҙар менән бергә уҙғарыла.
Иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәрҙең автомобилдәре тартып алынасаҡ
Тулыраҡ: Иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәрҙең автомобилдәре тартып алынасаҡ