Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Словенияға эш сәфәре барышында Рәсәй президенты Владимир Путин Вршичтағы бәләкәй сиркәүҙе Рәсәй һәм Словения халҡының дуҫлыҡ билдәһе тип атаны. Уны беренсе донъя һуғышы ваҡытында аманатҡа алынған рус һалдаттары төҙөгән. Рәсәй президенты һуңынан Словения етәксеһе Борут Пахор менән беренсе һәм икенсе донъя һуғышында ҙәләк булған Рәсәй һәм Совет һалдаттары һәйкәленә сәскәләр һалды.
Асыҡ гуманитар коридорҙар буйынса Алеппо ҡалаһынан ҡамауҙа ҡалған халыҡты сығарыу башланды. Сәләхетдин кварталында шулай уҡ ҡорал ташлаған боевиктар ҙа рәсми хакимиәттәргә бирелгән. Һуғыш ваҡытында Алеппола йәшәүселәрҙең байтағы уның көнбайыш өлөшөнә күскән.
Португалияла ирҙәргә урамда ҡатын-ҡыҙҙарға бәйләнеү ҡануниәт нигеҙендә тыйыла. Бынан ары бер ҡыйыш һүҙ өсөн 12 айға иректән мәхрүм ителеү ихтимал. Әгәр ҡыҙға 14 йәш тулмаған икән өс йылға ирекле тормош менән хушлашырға тура киләсәк. Юристар әйтеүенсә, закон бик ғәҙел, әммә уны ғәмәли ҡулланыу ауырға тура киләсәк.
Халыҡ-ара олимпия комитеты етәксеһе Томас Бах Олимпиадала ҡатнашыр өсөн Рәсәй спортсыларына өс тапҡыр тикшереү үтергә кәрәк буласаҡ, тип белдерҙе. Халыҡ-ара федерациялар һайлап алған һәм допинг ҡулланмаған спортсылар буйынса бойондороҡһоҙ комиссия ҡарар ҡабул итәсәк. Белгестәр фекеренсә, был система Рәсәй спортсыларына етди ҡаршылыҡтар тыуҙыра һәм алтын миҙалдарҙың арзанайыуына килтерә.