Республика башлығы Ғафури районында ураҡ барышы, агросәнәғәт комплексы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты

Тулыраҡ: Республика башлығы Ғафури районында ураҡ барышы, агросәнәғәт комплексы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты

Ленин исемендәге колхозда Рөстәм Хәмитов шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү мәсьәләһен тикшерҙе һәм бер-нисә районға завод төҙөргә тәҡдим итте. Ул субсидиялар һәм процентһыҙ кредиттар менән ярҙам итергә вәғәҙәләне. Үтәк ауылында республика башлығы аҡ төлкө үрсетеү фермаһы эше менән танышты. Ҡиммәтле тиреле был хайуандар ауыл хужалығын үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә һатып алынған. Красноусол ауылында Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты һәм 2012 йылда асылған «Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.