Республика буйынса Эске эштә министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә тәртип боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.Байрам уңайынан Хәрби Дан музейында моряктарҙы һәм флот ветерандарын тәбрикләнеләр. Шулай уҡ, Алексей Кареев етәкселегендә сыҡҡан “Башҡортостан моряктары Ватан һағында” китабының исем туйы үтте. Исеменән үк күренеүенсә, был китапта яҙмышын беҙҙең республика һәм диңгеҙ менән бәйләгән ҡаһармандар тураһында бәйән ителә. Тамырҙары менән Башҡортостандан булған, шулай уҡ, икенсе яҡтарҙа тыуып та, әле беҙҙең төбәккә йәшәргә күсеп килгәндәр ҙә был исемлектә бар. Ул 2009 йылда сыҡҡан беренсе китаптың дауамы булып тора. Башҡортостандан 36 адмирал һәм генерал сыҡҡаны асыҡланған. Беҙҙең республика өсөн был юғары күрһәткес. Эҙләнеү эштәре дауам итә һәм был һандар тағы ла артыр, тигән өмөттә китап авторҙары. Дөйөм алғанда, Башҡортостандан 40 меңдән ашыу ир-егет диңгеҙҙәрҙә ил һағында торған. Төрлө урындарҙа, төрлө ваҡытта хеҙмәт итһәләр ҙә уларҙы илһөйәрлек тойғоһо берләштерә. Тап Башҡортостан диңгеҙселәре иң-иңдәрҙән һаналған һәм өлгө күрһәткән. Ветерандар әле лә йәштәрҙе иң ҙур тормош мәктәбе булған хәрби флотҡа хеҙмәткә саҡырып ҡала.
Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә тәртип боҙоу осраҡтары теркәлмәгән
Тулыраҡ: Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә тәртип боҙоу осраҡтары теркәлмәгән