«Аҡбуҙат» ипподромында юртаҡтар байрамы үтте

Тулыраҡ: «Аҡбуҙат» ипподромында юртаҡтар байрамы үтте

Бөтә Рәсәйҙән йыйылған тоҡомло һәм иң шәп аттар етеҙлеген һынаны. Төп приз – дерби, 4 йәшлек юртаҡтар араһында уйнатылған иң юғары еңеү. Көслө, етеҙ һәм нәзәкәтле. Аяҡтары ергә лә теймәгән кеүек, йәшен тиҙлеге менән осоп барған юртаҡтар һәм арғымаҡтар көс һынаша. Төп приз – дерби, 4 йәшлек юртаҡтар араһында уйнатылған иң юғары еңеү. Әммә «Аҡбуҙат»тағы ярыштар бының менән генә сикләнмәне: ике тәгәрмәсле арба егелгән юртаҡтарҙан башҡа, сабыш юлына һыбайлылар ҙа сыҡты.Бәйгелә беҙҙең республиканан ғына түгел, Татарстандан, Һамар һәм башҡа күрше өлкәләрҙән дә аттар ҡатнашты һәм еңеү яуланы. Мәҫәлән, Татарстандан килгән Факел ҡушаматлы ат “Элита” призына лайыҡ булды. Ысынлап та, еңеү аттың етеҙлегенән генә түгел, һыбайлының оҫталығынан да тора. Ат бик аҡыллы хайуан. Ул кешенең уй-кисерештәрен аңлап тора. Шуға ла аттарҙы яратҡан, улар менән уртаҡ тел таба белгән кеше генә һыбай йөрөрөргә батырсылыҡ итә. “Аҡбуҙат” ипподромдың өйрәтеүсе-һыбайлыһы Александр Машинец тәрбиәләгән юртаҡтар 7 тапҡыр еңеү яулаған. Быйылғы сабышҡа ла оҫта Кипучий ҡушаматла атты әҙерләгән. Һәм, ниһәйәт, тап ул финишҡа беренсе килде. Был еңеү — көндәлек күнекмәләрҙең һөҙөмтәһе. Ат сабышы – иң шәп тамаша. Борон-борондан ат сабыштары һабантуйҙың төп атрибуты һаналған һәм иң күп тамашасыларҙы йыйған. “Аҡбуҙат”тағы мауыҡтырғыс уҙыштарҙы ла ҡарарға Башҡортостан, күрше өлкәләрҙән генә түгел, хатта сит илдән ҡайтҡан кешеләр ҙә бар килгәйне. Дөйөм алғанда, Орлов юртаҡтары ла, бәйгеселәр ҙә лайыҡлы сығыш яһаны. Әммә, халыҡ әйтмешләй, аттың яҡшыһы алға сыға, егеттең яҡшыһы данға сыға.