Яңы уҡыу йортоноң төп үҫеш йүнәлештәре

Яңы уҡыу йортоноң төп үҫеш йүнәлештәре

Яңы университеттың күҙәтеүсе советы рәйесе вазифаһына Радий Хәбиров үҙен тәҡдим итте. Республикаға идара итеү үҙәгендә Өфө фән һәм технология университетын ойоштороуға бәйле кәңәшмәлә уҡыу йортоноң төп үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары 2022 йылдың беренсе ноябренән ҡушылып юридик шәхестәрҙең берҙәм реестрында рәсми теркәлде. Яңы университет ике юғары белем биреү йортоноң да уҡытыусы һәм студент коллективтарын, факультет һәм кафедралар иҫәбен, иң яҡшы йолаларын һаҡлап ҡала. Киләсәктә студенттар һанын 50 меңгә еткереү күҙаллана. Был университетҡа илдәге иң ҙур биш вуз исемлегенә инергә булышлыҡ итәсәк. Республика башлығы фекеренсә, киләһе ике йылда уҡыу йортоноң идара системаһын ойошторорға, бүлектәр, институттар һәм филиалдар селтәрен билдәләргә кәрәк. Тәүге һөҙөмтә булараҡ 2023 йылдың аҙағына IQ-парктың беренсе 36 мең квадрат метрын файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү зарур. Яңы университеттың атамаһында “дәүләт” һүҙенең төшөп ҡалыуы уҡыу йортоноң асылына йоғонто яһамай – Өфө фән һәм технология университтеты федераль бюджет учреждениеһы булып ҡала. Юридик адресы  — элекке БДУ-ның төп бинаһы урынлашҡан Зәки Вәлиди урамы, 32-се йортта. Берләшеүгә бәйле бар мәсьәләләрҙе башланғыс осорҙа Күҙәтеүсе совет көйләйәсәк. Советты Радий Хәбиров үҙе етәкләй.