Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн реабилитация һәм абилитация саралары етештереүсе предприятиеларға ярҙам итеү буйынса программа әҙерләнә. Ошо турала Өфөлә асылған “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тип аталған Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәнең пленар өлөшөндә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул быға тиклем ҡабул ителгән Эшкәртеүсе һәм еңел сәнәғәт, шулай уҡ халыҡ сәнәғәте предприятиеларына булышлыҡ итеү программаһына оҡшаш буласаҡ. Форумда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов. Форумда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҡатнаша һәм үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирә. Проекттың маҡсаты -инвалидтарҙың белемен камиллаштырыу, реабилитация һәм абилитация системаһы шарттарын яҡшыртыу. Малаяҙ балалар ижады үҙәгендә инвалидтар өсөн яһалма ҡая эшләнгән. Бында мөмкинлеге сикләнгән балалар ҙа шөғөлләнә, ти уҡытыусы Юлай Нурыев. Сулпан Байғәлина яңыраҡ ҡына Баймаҡ районынан Өфөгә күсенгән. Сөнки ауылда уның кеүек кешеләр өсөн уңайлы шарттар юҡ, йәшәүе лә еңелдән түгел. Ике юғары белеме булған ҡыҙ әле эшкә урынлаша алмай. Рәсәй кимәлендә уҙғарылған форумда был проблемаға ла иғтибар бүленер, тип өмөтләнә Сулпан.2019 йылда Башҡортостанда беренсе булып балаларға реабилитация үтеү өсөн сертификаттар булдырылды. Йыл һайын был маҡсатта 50 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Һөҙөмтәлә мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың 90 проценты реабилитация үтә ала. Сертификаттың уртаса хаҡы 41 мең һум. Аҡса ата-әсәгә бирелә һәм улар үҙҙәре балаһына ниндәй ярҙам кәрәклеген билдәләй.Рәсәйҙә мөмкинлеге сикләнгән 10 миллион самаһы кеше йәшәй. Уларҙың 728 меңдән ашыуы балалар. Әгәр өлкәндәр һаны буйынса тотороҡлоҡ күҙәтелһә, балалар араһында инвалидтар йылдан йыл арта. Мәҫәлән, Башҡортостанда 2015 йылда 14 меңдән ашыуыраҡ булһа, быйыл уларҙың һаны 19 меңгә яҡынлаша. Ауыр тормош шарттарында ҡалған кешеләргә уңайлы мөхит булдырыу властарҙың төп маҡсаты. Башҡортостан хөкүмәте йәшәү шарттарын яҡшыртырға вәғәҙәләй. Форум реабилитация өлкәһендә республикала ғына түгел Рәсәйҙә үткәрелгән иң күләмле сараларҙың береһе. Программаға ярашлы, бында илдең 7 төбәгенән 70-тән ашыу белгес ҡатнаша. 3 тиҫтәнән ашыу фекер алышыу майҙансығы, түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Ошонда уҡ Башҡортостан предприятиелары менән милли инклюзив килешеүҙәр төҙөлдө. “Социаль координатор” тип аталған проект буйынса ла өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул ауыр тормош шарттарында ҡалған граждандарға ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнгән. “Торатау” Конгресс-холында реабилитация саралары етештереүселәрҙең күргәҙмәһе үтә. Унда 12 төбәктән 50 предприятие саҡырылған. Шулай уҡ Башҡортостан ойошмалары экспозицияһы ҡуйылған. Форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, илдә һатылған реабилитация сараларының 80 проценты Америка һәм Европала етештерелгән. Шуға күрә лә был мәсьәлә бик киҫкен тора. Форум уңайлы мөхит булдырыу, реабилитация һәм тәрбиәләү техник ҡоролмаларын етештереүселәр һәм килтереүселәр менән аралашыу, реабилитацияның көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу өсөн илдә иң ҙур һәм үҙенсәлекле майҙан булып тора. Өс көн барасаҡ сарала белгестәр мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына туҡталып, уларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнә.
Ҡаршылыҡтарҙы емереп
Ҡаршылыҡтарҙы емереп