Өфө ҡала хакимиәтендә сираттағы кәңәшмә үтте

Өфө ҡала хакимиәтендә сираттағы кәңәшмә үтте

Унда төрлө ведомство, идаралыҡ етәкселәре, белгестәр ҡала хужалығына һәм һалым түләүгә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе, йылға навигацияһы миҙгеле һөҙөмтәләре менән танышты. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһен Ратмир Мәвлиев кадрҙар алмашыныуға бәйле яңылыҡтан башланы. Дим районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде, ә уның урынында Антон Тарасов эш башланы. Ҡала етәксеһе уға яңы бурыстар ҙа ҡуйҙы.4 ноябрҙә Хеҙмәт ҡаһарманлығы стеллаһы асылды. Коммуналь хужалыҡтарға стелла янындағы ваҡ-төйәк эштәрҙе тамамларға һәм уны тәртиптә тоторға ҡушылды. Өфө ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре үткән аҙнала Пензаға барып хәрби әҙерлек үтеүсе яҡташтарыбыҙ менән күрешеп ҡайтты.Өфөлә эпидемиологик хәл тотороҡло. Бер тәүлектә коронавирус менән сирләүсе 170-ләп кеше теркәлгән. Динамика һуңғы дүрт аҙнала кәмеүҙе күрһәтә. Иммунизация йылдам бара, прививка эшләтеүселәр арта. Табиптар фаразлауынса, декабрь урталарында грипп һәм киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр һаны артыуы ихтимал һәм уға әҙерләнергә әле ваҡыт бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә килгәндә. Бер аҙна эсендә 24 янғын осрағы теркәлгән, унда бер кеше һәләк булған. Бер кешенең ғүмере юғары ҡаттан ҡолау сәбәпле өҙөлгән. Бинаға мина һалыу тураһында ете шылтыратыу ҡабул ителгән, бәхеткә – улар ялған хәбәрҙәр. Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау һәм улар менән көрәшеү йәһәтенән уҡыуҙар үтә. Шулай уҡ кәңәшмәлә һыу ятҡылыҡтары янындағы хәүефһеҙлек тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Өфө ҡышҡа әҙерме? Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре алдында ҙур эштәр тора. 2128 саҡырым юлдарҙы, 2462 саҡырым тротуарҙарҙы таҙа тотоу улар иңендә. Әлеге ваҡытта хужалыҡ хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ кисерә - коммуналь предприятеларҙа 737 буш урын бар. Ҡышҡылыҡҡа 574 коммуналь техника әҙерләнгән, тикшереү үткән. Калинин районында Трамвай урамында ҡар иретеү пункты эшләй. Былтыр ҡаланан 2 млн. ашыу кубометр ҡар сығарылған. Реагенттар менән тротуар, туҡталыштарҙы эшкәртеү, ҡарҙан таҙартыу планы әҙер. Юл эштәренә 17 бригада беркетелгән. Соҡорҙарҙы йүнәтеүҙә 9 бригада эшләй. Баш ҡаланың 10 күперен һәм 30 юл үткәргесен тәртиптә тотоу ҙа коммуналь хужалыҡтар иңендә. Өс яҡтан йылға менән уратып алынған ҡала өсөн йылға навигацияһы бик мөһим. Кисеүҙәрҙә борамдар 22 апрелдә йөрөй башланы. 352 000 пассажир уларҙың хеҙмәтен ҡулланған, былтырғы менән сағыштырғанда 70 меңгә әҙерәк. Борамдарҙа 19 мең авто һәм мототехника ташылған. Быйыл 9 судно йүнәтелгән. Киләһе миҙгелгә 2 судно төҙөкләндереү көтә. Дуҫлыҡ монументында 9 круиз теплоходы туҡтаған. Причал эргәһен тәрәнәйтеү эштәре башҡарылған. Навигация осоронда килем 12 , 5 млн. тәшкил иткән. Ратмир Мәвлиев борам менән ҡулланыусылар һанын арттырыу буйынса эш планын әҙерләргә бойорҙо. #внашвузайдауфа берҙәм порталы эшмәкәрлеге сиктәрендә буласаҡ абитуриенттар – 10-11-се класс уҡыусылары өсөн Өфө нефть-техник унисверситетында асыҡ ишектәр үтте. Уҡыусылар һәр уҡыу йортоноң үҙенсәлектәре менән стендтар, күргәҙмәләр аша, уҡыу йорто студенттары , уҡытыусылар менән аралашып танышты. Республиканың 7 университеты вәкилдәре ҡатнашты унда. 1 декабрҙә 2021 йыл өсөн милек һалымын түләүҙең һуңғы көнө. Баш ҡалала 3 ноябргә ҡарата һалым ҡайтарыу кимәле 18 процент ҡына. Был төбәк күрһәткесенән түбән. Мәғлүмәт биреү төрлө йүнәлештәрҙә бара. Ойошма етәкселәре аша һалым түләмәүселәр менән эш алып барыуҙа ҡала хакимиәте әүҙем ҡатнашырға ниәтләй.