Күптән йолаға әйләнгән форум был юлы “Замандың глобаль саҡырыуы һәм кешенең рухи һайлауы“ темаһына бағышланды. Сараның төп маҡсаты — традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә нигеҙләнеп, хәҙерге заманда дин әһелдәре, власть вәкилдәре, мәғариф, фәнни һәи мәҙәни йәмәғәтселектең көсөн берләштереү. Был юҫыҡта ике традицион конфессияның — ислам һәм православиеның тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе билдәләнде форумда. Әхлаҡ һәм мәҙәниәт – йәмғиәттең рухи нигеҙе, 21 быуатта кешелектең көнүҙәк мәсьәләләре, йәштәрҙең рухи ҡиммәттәре һәм ялған мәғәнәләре. Секция ултырыштарында күтәрелгән темалар төрлө һәм көнүҙәк. Форумда ”Православ ҡатын-ҡыҙҙар берлеге“ халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһының республикалағы бүлексәһе вәкилдәре лә ҡатнашты. Ойошма 2010 йылда асылған. Бүлексәләре Рәсәйҙең 40 төбәгендә, донъяның 7 илендә әүҙем эшләп килә һәм бөтәһе 23 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы берләштерә
Өфөлә ХI Епархия Табын уҡыуҙары башланды
Өфөлә ХI Епархия Табын уҡыуҙары башланды