Төҙөүсе ойошмаларының береһе тәҡдиме менән башҡаланың тарихи үҙәгендә яңыртып ҡоролған йорттарҙың береһендә танылған яҡташыбыҙ Валериан Альбанов хөрмәтенә барельеф ҡуйылды. Бынан 140 йыл элек Өфөлә тыуған данлыҡлы штурман Альбановтың бала сағы Аксаков урамы менән бәйле. Легендар полярниктың барельефы ла ошо кварталда асылды. Уның авторы Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Батыр яҡташыбыҙҙың егерменсе быуат башындағы Төнъяҡ одиссеяһы Арктиканы өйрәнеүҙә алыштырғыһыҙ мәғлүмәттәр биргән һәм төнъяҡ сиктәрҙе үҙләштереүҙә артабан уңышлы асыштарға булышлыҡ иткән. 21-се быуатта был биләмә тәбиғи байлыҡтар һәм сикһеҙ мөмкинлектәр асҡан мөһим геосәйәси әһәмиәткә эйә. Валериан Альбановтың иҫтәлеген тыуған төйәгендә мәңгеләштереү буйынса республикала байтаҡ эштәр башҡарыла. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың көҙөндә ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы Өфөлә сауҙәгәр Соловьевтарҙың тарихи йорто — мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип танылған бинала асылған полярниктар музейы Валериан Альбановтың исемен йөрөтә.
Өфөлә йәнә бер иҫтәлекле урын барлыҡҡа килде
Өфөлә йәнә бер иҫтәлекле урын барлыҡҡа килде