Өлгөлө дауахана

Өлгөлө дауахана

Дим биҫтәһендәге бала табыу йорто республикала ковид менән сирләгән йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеүсе берҙән-бер дауахана. 2020 йылда коронавирус башланыу менән бында махсус акушер бүлеге ойошторола һәм әлеге көнгә тиклем балалар табыу йорто тажлы сир режимында эшләүен дауам итә. Параллель рәүештә бинала төҙөкләндереү эштәре лә башҡарылған. Хәҙер 300 квадрат метр майҙанда өр-яңы балалар бүлеге барлыҡҡа килде. Яңыртылған балалар табыу йорто көндәлек мәшәҡәттәре менән хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова танышып ҡайтты. Зөлфиә Низамиеваға 6 көнлөк улы Таһир менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Сабыйҙың хәүефһеҙлеге өсөн башҡаса булмай. Дим биҫтәһенең бала табыу йортона ҡатын ыңғай пцр тест менән эләккән.Көтөп алынған сабыйҙы тажлы сир арҡаһында тотоп яратыу ғына түгел, хатта яҡындан күрә алмау, ысынлап та, оло һынау. Быны Дим биҫтәһе балалар табыу йорто хеҙмәткәрҙәре лә яҡшы аңлай. Шуға ла әсәй һәм бала өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Яңыртылған бинала хәҙер бының өсөн мәмкинлектәр ҙә етерлек. Дим районы бала табыу йортон яңыртып-ҡороу эштәре ошо көндәрҙә тамамланды. Ремонт бынан 3 ай элек башланғайны. Хәҙер 300 квадрат метр майҙанда өр-яңы балалар бүлеге барлыҡҡа килде. Бүлмәләр уңайлы һәм ҡулай. Сабыйҙар патологияһы, физиологияһы һәм реанимацияһы бүлектәре лә хәҙер бер урында.Ғәҙәттә, ковид менән сирләгән ҡатын-ҡыҙҙарға сабыйҙарын ваҡытынан алда кесер киҫелеше ярҙамында алырға тура тирә. Шуға ла реанимацияның эргәлә булыуы тәү шарт, ти табиптар. Бала именлеген күҙәтеүсе ҡоролмалар ҙа ҡул аҫтында. Дим биҫтәһе балалар табыу йорто заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Дим биҫтәһендәге балалар табыу йорто республикала ковид менән сирләгән йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеүсе берҙән-бер ойошма. 2020 йылда тажлы вирус башланыу менән бында махсус акушер бүлеге ойошторола. Табиптар тиҙ арала ковид менән сирләүсе йөклөләрҙе ҡарау нескәлектәренә төшөнөп, ауыр шарттарҙа ла сифатлы һәм ашығыс ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Өс йыл эсендә табиптар ете меңгә яҡын пациент ҡабул итә. Ике меңдән ашыу йөклө ҡатынға әсәй булыу бәхетен бүләк итә. Пандемия ҡыҙған осорҙа тотош республиканан бер юлы ике йөҙҙән ашыу ҡатын табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында дауалана, бала таба. Әсәләр ҡыҙыл зонала айырым, балалар айырым. Табиптарҙың үҙ ҡағиҙәһе лә бар. Улар 10 минут эсендә сабыйға кәрәкле процедуралар үткәреп, әсәһе янынан алып китергә тейеш. Сабый донъяға тыуғас та уҡ табиптар уны ошо кувездарҙа балалар бүлегенә илтә. Был махсус кувез бала сәләмәт булһын өсөн бөтә кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Бында ивл аппараты ла бар, кәрәк икән, баланың температураһын, сатурацияһын да үлсәргә мөмкин.Дим биҫтәһе балалао табыу йорто коллективы пандемия осоронда оло һынау үтеп, әлеге ваҡытта төплө ойошҡан, был йүнәлештә ныҡлы тәжрибә туплаған көслө коллектив. Коронавирус бер аҙ сигенһә лә, тынысланырға иртәрәк, тип иҫәпләй бында эшләгән табиптар. Республиканың барлыҡ медицина учреждениелары күптән ғәҙәти шарттарҙа эшлә башлаһа ла, Дим биҫтәһе балалар табыу йорто һаман тажлы сир режимында эшләргә мәжбүр. Әммә эш ауырлығына, кадрҙар етмәүенә зарланыусылар юҡ. Донъяға яңы ғына оран һалған ватандаштарға ярҙамды табиптар үҙҙәренең төп девизы итеп алған.