Әле объектта эштәр 90 процентҡа тамамланған. Төҙөүселәр билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы бинаны тышҡы һәм эске яҡтан биҙәй, биләмәне төҙөкләндерә. Реконструкция “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева төҙөлөш барышын күреп ҡайтты.Өфөнөң 115-се гимназияһының 1967 йылда төҙөлгән бинаһын хәҙер архив видеоларҙан ҡына күрергә мөмкин. 80 процентҡа таушалған иҫке белем усағын емергәндән һуң, уның урынында бер йыл эсендә генә яңы объект ҡалҡып сыҡты. Бинаның тышын ныҡлы һәм ҡаты материал – керамика граниты менән ҡаплайҙар. Эстән дә биҙәү эштәре алып барыла: диуарҙарҙы буяйҙар, иҙәндәргә кафель плиткалары түшәйҙәр. Видеокүҙәтеү һәм яҡтыртыу системаларын монтажлау эштәре тамамлау алдында. Асыҡ төҫкә буялған коридорҙар һәм яҡты кластар, ҙур китапхана иркен спорт һәм тамаша залы. Иҫке спорт майҙансығы урынында заманса стадион барлыҡҡа килгән. Бында махсус резиналы япма түшәлгән. Йүгереү өсөн юлдар ҡаралған. Заманса спорт ҡорамалдары урынлаштырылған.Яңы төкәтмәләр арҡаһында уҡыу йортоноң майҙаны 4 мең квадрат метрҙан 18-меңгә тиклем ҙурайған. Шуға уҡыусылар һаны ла 1225-кә тиклем артасаҡ. Был реконструкция гимназияның 55 йыллығына ҙур бүләк. Төҙөүселәр объекттағы эштәрҙе бер-ике айҙан тамамларға вәғәҙәләй. План буйынса, белем усағы декабрь аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. гимназия уҡыу кәрәк-яраҡтары, ҡоролмалар менән йыһазландырылғандан һуң, уҡыусылар өсөн ишектәрен асыр тип көтөлә.
Өфөнөң 115-се гимназияһы тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыла
Өфөнөң 115-се гимназияһы тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыла